Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Август 2023, 05:30

Рус әҙәбиәтенең бөйөк классиктары ҡымыҙ этикеткаһында

Урал аръяғынан ҡымыҙ етештереүсе Денис Өмөтбаев шешәләр өсөн үҙенсәлекле этикеткалар әҙерләгән.

Рус әҙәбиәтенең бөйөк классиктары ҡымыҙ  этикеткаһындаРус әҙәбиәтенең бөйөк классиктары ҡымыҙ  этикеткаһында
Рус әҙәбиәтенең бөйөк классиктары ҡымыҙ этикеткаһында

Уларҙа Бөйөк рус классиктары Александр Пушкин, Лев Толстой, Антон Чехов һүрәтләнгән. Билдәле булыуынса, бөйөк әҙиптәр Башҡортостанға шифалы эсемлек эсеп дауаланырға килгән һәм уның тураһында һоҡланып һөйләгән.

Бөйөк рус шағирҙарының һәм яҙыусыларының портреттарын этикеткалар өсөн Өфө рәссамы Нелли Аҡсурина төшөргән.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас