Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Август 2023, 04:56

Граф күле янындағы майҙан гөр килә

Ирәндек итәгендә ятҡан Граф күле буйы элек-электән матур сараларҙы ойоштороу урыны булып тора. Район Һабантуйы ла йыл һайын ошонда үтә.

Граф күле янындағы майҙан гөр киләГраф күле янындағы майҙан гөр килә
Граф күле янындағы майҙан гөр килә

Район Һабантуйы ла йыл һайын ошонда үтә. Икенсе йыл рәттән "Башҡорт аты" башҡорт тоҡомло аттар халыҡ-ара фестиваленең тап ошонда ойошторолоуы районыбыҙҙың мәртәбәһен бермә-бер арттыра. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Граф күле янындағы майҙан бөтә матурлығында ҡаршы алды: юлдар түшәлгән, тирмәләр ҡоролған, трибуналар ҡуйылған, ярыш майҙандары әҙерләнгән, тамашасыларға ултырып ҡарарға урындар ҙа бар, хатта сәй эсеп, ял итеп алырға мөмкин. Ҡыҫҡаһы, тамаша ҡарап, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтырға бөтә шарттар булдырылған.

Фото: Автор фотоһы.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас