Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Августа 2023, 10:00

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Радик Өмөтҡужин ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Радик Өмөтҡужин ижадынан бер шәлкемБашҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Радик Өмөтҡужин ижадынан бер шәлкем
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Радик Өмөтҡужин ижадынан бер шәлкем

Радик ӨМӨТҠУЖИН 1960 йылдың 26 мартында Әбйәлил районының Әбделмәмбәт(Ҡыҙыл Һарты) ауылында тыуған. Әрменән һуң Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы оҙаҡ йылдар мәғариф өлкәһендә һәм журналистикала эшләй. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Ижад менән әүҙем шөғөлләнә: хикәйәләр, пьесалар, шиғырҙар яҙа.

 

* * *
Тәбиғәттең шундай һиҙгер мәле
Һәр бер тауыш, һәр бер һулышҡа.
Ләғнәт уҡыйым, шундай мәлдә
Эсеп алып кемдер һуғышһа.

Эсмәйенсә лә иҫереп була
Иркен һулап тормош һулышын.
Һуғышһындар, ана, аҙашҡандар,
Өмөтһөҙҙәр, әйҙә, һуғышһын.

Юҡ, аҙашҡандар юлын тапһын,
Өмөтһөҙҙәр тапһын өмөтөн.
Айырылғандар ҡайтһын аҡылына –
Ике яңғыҙ булһын бер бөтөн.

Аҙғындарҙы тартһын тыуған яғы,
Ҡайтып илен тапһын илһеҙҙәр.
Килмешәк китһен килгән еренә –
Туған телен тапһын телһеҙҙәр.

Асыулылар ҡайтһын асылына.
Яңырмаҫ ҡабат минең антым:
Олтан булып, ол(а)там нигеҙенә
Донъя гиҙеп йөрөп мин ҡайттым.

 

Башҡортостан

Быуаттарҙы ялғап быуаттарға
Ташламайса тыуған төйәген,
Уралында йәшәй ғорур халҡым –
Тауҙар һаҡлай тәүге эйәһен.
Башҡортостан – моңло ил,
Ихласлыҡтың юҡ сиге.
Үткәне лә мәңгелек,
Мәңгелек – киләсәге.
Мәңгелектең сабыр бишегендә
Әлмисаҡтың һаҡлап асылын,
Илем, тиеп, телен һөйөп йәшәй,
Иркенәйтеп ваҡыт ҡыҫымын.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова