Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Августа 2023, 07:00

Ҡоймаҡ ҡойоу фажиғә менән тамамлана яҙған

Оло йәштәге инәй ашарға бешерергә ҡуйғанын онотоп  телефонда соҡонған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡоймаҡ ҡойоу фажиғә менән тамамлана яҙғанҠоймаҡ ҡойоу фажиғә менән тамамлана яҙған
Ҡоймаҡ ҡойоу фажиғә менән тамамлана яҙған

Кушнаренко районының Түбәнге Сәйет ауылында 70 йәшлек ҡатын киске ашҡа ҡоймаҡ ҡойорға ҡарар итә.  Тик ниндәйҙер мәлдә ул телефондан һөйләшә башлай һәм аш бүлмәһенең ишеген ябып,икенсе бүлмәгә сыға. Табалағы ҡоймаҡтар яна башлай, бүлмәне ҡара төтөн ҡаплай. Төтөнгә янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡоролма эшләй башлай.

Тауышты ишеткәс, йорт хужабикәһе аш бүлмәһенә инә  һәм бәләнән ҡотолоп ҡала.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова