Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Август 2023, 10:48

Медикты 2,3 миллион һумға алдағандар

Өфөлә йәшәгән Татьяна исемле табипҡа "клиниканың баш табибы"нан сәйер смс килгән: "Хәҙер һиңә министр урынбаҫары шылтыратасаҡ". Һәм, ысынлап, күп тә үтмәгән телеграмдан "Динара Йәнекәева" шылтыратып, һуңғы ваҡытта пациенттар менән низағ булманымы, тип белешкән. Артабан "министр урынбаҫары" табипҡа уның исеменән Украинаның Ҡораллы Көстәренә аҡса күсерелеүе, шул сәбәпле ҡатын менән именлек хеҙмәткәрҙәре ҡыҙыҡһыныуы хаҡында хәбәр иткән.

Медикты 2,3 миллион һумға алдағандарМедикты 2,3 миллион һумға алдағандар
Медикты 2,3 миллион һумға алдағандар

Тиҙҙән ҡатынға ялған "ФСБ", "РФ Үҙәк банкы" хеҙмәткәрҙәре лә шылтыратып, уны ҡурҡытып, иҫәбендәге аҡсаны тиҙерәк хәүефһеҙ иҫәптәргә күсерергә ҡушҡан. Ҡото осҡан табип әйткәндәрҙе үтәп, ҡыҙына фатир алыу маҡсатында йылдар буйына туплаған аҡсанан яҙған...

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас