Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Августа 2023, 13:30

Илмираны табырға ярҙам итегеҙ!

Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында икенсе көн 17 йәшлек Илмира Мөхәмәҙиеваны эҙләйҙәр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Илмираны табырға ярҙам итегеҙ!Илмираны табырға ярҙам итегеҙ!
Илмираны табырға ярҙам итегеҙ!

Был хаҡта социаль селтәрҙә ҡыҙҙың яҡындары хәбәр итә. 10 авгусҡа ҡараған төндә Илмира дуҫтары менән тышҡа сыҡҡан һәм өйөнә әйләнеп ҡайтмаған. Иптәштәренең һүҙҙәренсә, төнгө сәғәт өсөнсө ярты тирәһендә уны йорто янында ҡалдырып киткәндәр. Шул ваҡыттан бирле ҡыҙҙың ҡайҙалығы билдәһеҙ.

«Туғандары полиция бүлегенә ғариза яҙҙы. Әлеге ваҡытта эҙләү бара», - тип хәбәр иттеләр «Башинформға» Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Ҡыҙҙың билдәләре: буйы 160 см, сәстәре һоро, урыны менән ерән, күҙҙәре йәшел, ҡулында, аяғында һәм күкрәгендә роза формаһында һәм аниме стилендә татуировкалар бар.

Илмираны күреүселәр булһа, 112 берҙәм номерына йә +7 937 350-84-01 телефон һандары буйынса ирекмәндәргә мөрәжәғәт итеүегеҙ һорала.

Автор:Инсаф Хужабирганов