Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Август 2023, 06:28

Башҡортостан Башлығы икенсе батальон төҙөлөүен хупланы

Радий Хәбиров Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәре структураһындағы икенсе башҡорт батальонын ойоштороуҙы тәҡдим итеүселәр менән осрашты.

Башҡортостан Башлығы икенсе батальон төҙөлөүен хупланыБашҡортостан Башлығы икенсе батальон төҙөлөүен хупланы
Башҡортостан Башлығы икенсе батальон төҙөлөүен хупланы

Кисә яҙғайныҡ: Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальон төҙөү ниәте бар. Был турала тәүгеһен ойоштороу башында торған Артур Йомағужин хәбәр иткәйне.

Радий Хәбиров хәрби хәрәкәттәр ветерандарының башланғысын хупланы һәм яңы батальон хәрбиҙәре республиканан ярҙам сараларының тулы пакетын аласағын белдерҙе.

«Беҙҙә Росгвардия составында бер батальон бар, егеттәр  лайыҡлы хеҙмәт итә. Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальон ойоштороу тураһындағы башланғысты хуплайбыҙ. Шуға ярашлы, республиканан ярҙам саралары ошо батальонға ла ҡағыласаҡ», – тигән Радий Хәбиров.

Батальон сафына инергә теләүселәр Өфө ҡалаһының Дан бульвары, 6-сы йорттағы (ДОСААФ бинаһы) бүлексә штабына килә ала.

Кандидаттар 55 йәштән өлкән булмаҫҡа тейеш, яҡшы физик формала булыуҙары шарт. Телефон: +7 (987) 023-76-00.

Фото: БР Башлығының матбуғат хеҙмәте.

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас