

"9 августа кис Өфө район ветеринария станцияһына Авдон ҡошсолоҡ фабрикаһы хужаһы ҡоштарҙың күпләү үлеүе хаҡында хәбәр итә. 10 августа иртән ветеринария хеҙмәте белгестәре пробалар алыу өсөн урынға юллана. Башҡортостан ғилми-производство ветеринария лабораторияһында килтерелгән өлгөләрҙе тикшереү дауам итә. Диагноз ҡуйыу өсөн материал Владимир ҡалаһына лабораторияға ебәрелгән",-тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
Башҡортостандың ветеринария буйынса дәүләт комитеты Өфө районында ҡоштарҙың юғары патогенлы киҙеүенә шикләнеү буйынса ғәҙәттән тыш ведомство-ара комиссияның ашығыс ултырышын үткәрҙе, саралар планы әҙерләнде.
Фото: Т. Аманов