

«Доставалов» яугиры улына никах уҡыу үтенесе менән махсус хәрби операция биләмәһендә Хәмзә хәҙрәткә мөрәжәғәт итә.
«Александр Доставалов исемендәге Башҡорт батальонына барғанда Хәйбулла районы яугирын осраттым. Аралашыуҙан һәм дөйөм доғанан һуң ул миңә мөрәжәғәт итте һәм тиҙҙән Башҡортостанға ҡайтырбыҙ тип әйткәс, бик шатланып, улына һәм килененә никах уҡыуҙы һораны. Йәштәр бер йыл буйына атаһын көтә, ул былтыр МХО зонаһына ирекмән булып китә һәм улын өйләндереп өлгөрмәй. Тимәк, улар өсөн күптән көтөлгән бәхетле сәғәт был», — тип белдерә Хәмзә-хәҙрәт.
Йәштәрҙең ҡорған ғаиләләре ныҡ булһын, ә ғәзиздәре яуҙан иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын.
Фото: Т. Аманов