Нефтселәр быйыл һыу биоресурстарын тулыландырыуҙы Павловка һыуһаҡлағысынан башлаған. Ҡариҙел районында 10 200 уҡбалыҡ селбәрәһе һыуға төшөрөлгән.
"Башнефть-Добыча" ойошмаһы үҙҙәре эшмәкәрлек алып барған биләмәләрҙә, йәғни Кама һәм Ағиҙел буйында һыу ятҡылыҡтарының экологик торошона иғтибар бирә, балыҡ үрсетеүгә ярҙам итә.
Нефтселәргә уҡбалыҡты Һамарҙағы Ҡазан Свято-Богородичный ирҙәр монастырының балыҡсылыҡ хужалығында үрсетәләр.
Һыу биологик төрҙәрен һаҡлау "Экология" милли проекты маҡсаттарына тура килә.
Фото: Министерство природопользования и экологии Республики Башкортостан.