

Баш ҡалабыҙҙағы Коммунистик урамының 47-се йортонда, Мостай Кәрим урамы яғынан арканы шулайтып биҙәгәндәр.
Был турала Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған.
Авторҙары - йәш рәссамдар Алена һәм Антон Заболотныйҙар.
"Тропик стилдә төшөрөлгән һүрәт ҡала уртаһында джунглиҙы сағылдыра. Тарихи бинаның рельефы ла картинаға тәрәнлек өҫтәй", - тип яҙған мэр.
Фото: Ратмир Мавлиев (vk.com)