Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Август 2023, 10:00

Әбйәлил районының талантлы уҡытыусыһы Зөһрә Бәшәрова ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:  

Әбйәлил районының талантлы уҡытыусыһы Зөһрә Бәшәрова ижадынан бер шәлкемӘбйәлил районының талантлы уҡытыусыһы Зөһрә Бәшәрова ижадынан бер шәлкем
Әбйәлил районының талантлы уҡытыусыһы Зөһрә Бәшәрова ижадынан бер шәлкем

Зөһрә БӘШӘРОВА теләш башланғыс мәктәбендә 36 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы. Балалар өсөн "Салауат күпере" китабы авторы. Уҡыусыларға уның мәҫәлдәрен тәғдим итәбеҙ.

 

Хәйләле эш – хәйерһеҙ
Хәйләле эш хәйерһеҙ,
Тиҙәр, һалғас бәләһен,
Ни әйтерһең, белгәс тә,
Ерән төлкө хәйләһен.
Шәйләне лә әтәсте -
Һимеҙ ҡуҡрыҡ Әнәсте,
Һемәйтәйем, ти, төлкө,
Әйҙә, булһын ти көлкө.
-Киттек миңә, сәк-сәккә,
Икәүләп сәй эсмәккә,
Сөгөндә - бойҙай бутҡа,
Бешерҙем ҡайын утҡа,
Һирпәйем һары тары,
Һый-хөрмәтем шул бары.
Әнәс сүпләй, ем йәмле,
Һап-һары ғына, тәмле,
Табып алды бөтөнөн-
Борсаҡтай ҙур бөртөгөн,
Йотоп, ҡурҡып, алҡынды:
“Ҡотҡарсы, дуҫ, үләм”, - ти,
Соҡоп алсы алтынды,
Боғаҙҙан үтмәй бит”, - ти.
Ерән ташланды уға,
“Йән дуҫына” ярҙамға...
Алтын ҡайҙа, боғаҙ буш,
Аяҡтар эләккән ҡуш:
“Ҡапҡан ҡыҫа тырнағым,
Ысҡындырсы, туғаным!”
“Үҙ ҡапҡаның үҙеңә”, - тип,
Әтәс төйҙө лә йоҙроҡ,
Ҡасты ул урман буйлап,
Төлкө ҡалды, ти, буҙлап.

 

Эшләһәң - тир сыға...
Елде елгә елгәреп,
Себен көн үткәрҙе лә,
Күреп ҡалды ла филде
(Бүрәнә ташый елде),
Арҡаһына ул ҡунды,
Һурырға тип ал ҡанды.
“Һыуһаным, ти, тороп тор,
Мин әйткәнде тыңлап тор,
Ниңә ҡаның бик тоҙло,
Кәйефемде, ти, боҙҙо?”
“Ә минең кәйефем шәп,
Тирем әсе, ти, эшләп.
Китсе, етәр, бәйләнмә,
Булмасы миңә бәлә.
Хәлдән тайҙым бит арып,
Һин, алйотҡа, тим, тарып...” -
Фил аунап китте ергә,
Себенде иҙеп бергә.
Көн үткәрмәгеҙ бушҡа -
Тир түккәнгә аш башҡа.

 

Ҡамҡа менән себен
Ҡояш нурҙарын ҡосоп,
Ҡамҡа килде зыр осоп,
Өндәште уға себен,
Һемереп шәрбәт сәйен:
- Ни файҙа, тимен, һинән,
Өлгө алһаңсы минән,
Әйтәләр, мине шаҡшы,
Ә йәшәйем бик яҡшы.
Ҡамҡа йәйҙе итәген,
Күрһәтеп аҡ биҙәген,
Йөрөгәс тәҙрә буйлап,
Өндәште, бер аҙ уйлап:
Көнйылытҡыс – есемем,
Ҡояш апай – исемем,
Китапта мин – ҡамҡамын,
Яҙға асам ҡапҡа мин:
“Уррра! Яҙ килде, яҙ!” - тип,
Һорайымсы һөйөнөс,
Ҡыуандырам барыһын,
Түгелменсе көйөнөс.
Ары осҡан осҡалаҡ,
Уйнарға тип аҡ ҡалас.
Себенгә көҙ көн тыуыр,

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас