Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Август 2023, 09:16

Балалар реабилитация үҙәгендә

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Күмертауҙағы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәгенең Стәрлебаш филиалы эше менән танышты.

Балалар реабилитация үҙәгендәБалалар реабилитация үҙәгендә
Балалар реабилитация үҙәгендә

Учреждениела 27 койка-урын. Унда республиканың туғыҙ районынан киләләр. Реабилитация һәм абилитация буйынса һауыҡтырыу физкульттураһы, физиотерапевт дауалау программалары бар.

Ошонда уҡ психолог, логопед, дефектолог та эшләй. Дөйөм алғанда, үҙәккә 263 бала йөрөй. Дауаланыу курсы - 14 көн.

Бығаса бина иҫке ине. 2019 йылда Радий Хәбиров Стәрлебашҡа эш сәфәрендә элекке поликлиниканы реабилитация үҙәге итеп үҙгәртеү өсөн капиталь ремонт үткәрергә ҡушҡайны, яңыртылған филиалды 2021 йылда асҡандар. Заманса ҡорамалдар алғандар. Быйыл ноябргә тиклем уның биләмәһе лә тейешенсә төҙөкләндерелергә тейеш.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, иң тәү сиратта таҙалыҡ һәм уңайлылыҡ. 

Фото: БР Башлығы сайтынан.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас