

Соцхеҙмәткәр аныҡ эш буйынса ярҙам итергә килә, был турала алдан төҙөлгән килешеүҙә яҙыла. Ул бер нәмәне лә көсләп һатмай. Ә бурҙан конкрет ярҙам көтмәгеҙ. Социаль хеҙмәт вәкиле оло кешегә, күпме аҡса ала, ниндәй мөлкәте бар, туғандары ҡайҙа, тигән кеүек һорау бирмәй. Әгәр фатирығыҙға ингән кеше шундай һорау бирә башлаһа, тимәк, ул - алдаҡсы, ҡараҡ.
Социаль ярҙамсыһы ялға китһә, йә ауырыһа, был турала пенсионерға ойошманан хәбәр итәләр. Мутлашыусы әйтмәй-нитмәй килә.
Алданмағыҙ, зинһар!