Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Августа 2023, 15:00

Ғафури районының талантлы уҡытыусыһы Саимә Игелекова ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:  

Добавить в предпочтительные источники Google
Ғафури районының талантлы уҡытыусыһы Саимә Игелекова ижадынан бер шәлкемҒафури районының талантлы уҡытыусыһы Саимә Игелекова ижадынан бер шәлкем
Ғафури районының талантлы уҡытыусыһы Саимә Игелекова ижадынан бер шәлкем

Саимә ИГЕЛЕКОВА Юлыҡ ауылында тыуып үҫкән. Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағас, хеҙмәт юлын Учалы районының Миндәк ҡасабаһында эш башлай. 1995 йылда Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба мәктәбенә күсә. Әлеге ваҡытта Красноусол башҡорт гимназия-интернатында тәрбиәсе булып эшләй. 

 

Күңелем йырлай
Ҡояш ҡалҡа. Күңел-күлде
Наҙлы аҡҡоштар биләй.
Шаян елдәр болоттарҙан
Дебет шәлгә йөн иләй.

Ысыҡҡа үлән мансылған,
Тереһыу эскәнме ни!
Талғын елгә йәнләнәләр
Йәрәшеп сәскә менән.

Күбәләктәр уянғандар,
Сәскә битен үбәләр.
Һандуғастар ҡыуаҡтарҙан
Моң тамсыһын түгәләр.

Илаһи йәм, сихри тылсым
Донъяны нурға сорнай.
Сеү, өндәшмә, һин дә тыңла –
Донъя һөйөүҙе ҙурлай.

 

Күҙҙәр
Зәңгәр күҙҙәремдең зәңгәрлеге
Әсе йәштәргәме уңғандыр?
Янып торған үткер ҡарашымдың
Саялығы ҡайҙа булғандар?

Йәшлегемдең яҙы янда кеүек,
Килеп еткән ҡасан көҙҙәре?
Осраттым да һине, ҡаушап ҡалдым,
Күҙҙәреңдә күреп эҙҙәрең.

 

Ҡатын ҡыҙ сығағы ҡырҡ, тиҙәр...
Ҡатын ҡыҙ сығағы ҡырҡ, тиҙәр...
Кем һанаған уның сырағын?
Һөйөүҙәрем тулы йөрәгем бар,,
Дөрләп яна күңел усағым.

Атайым бар әле, йөрәгемә
Осҡон һалған кеше тәү башлап.
Әсәйем бар, усаҡ һүрелтмәҫкә
Ҡағыштырып тора ҡуҙ ташлап.

Сыраҡ ҡына түгел улар миңә -
Ғүмер юлдарымда маяҡ та.
Апай-ағайҙарым, туғандарым
Дарман биреп тора йыраҡтан.

Сыраҡ түгелме ни балаларым -
Күңел күгемдәге йондоҙҙар.
Кешеләргә әйтер һүҙҙәрем бар,
Күңелемдә дөрләй буҙ-ҡуҙҙар.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова