***
Күңелем минең Нәҡ көнбағыш инде, Ынтыла ла тора яҡтыға.... Булмай микән инде, һил төпкөлдә Боҫоп ҡына йәшәп ятырға? Һәр кешелә бары ҡояш күрәм, Күңел донъям нурҙан ҡойолған. Ҡайҙа йылы, яҡты - шунда үреләм Йәнселһәм дә тупаҫ тыйыуҙан. Рәхмәт менән ергә башым эйәм, Тамырҙарым - тыуған еремдә. Улар һурған таҙа һутлы көстән Япраҡтарым - ҡанат иңемдә. Көнгә баҡҡан көнбағыштай күңелем... Майҙар һығыр ашлыҡ түгел дә, Ҡояш үҙе нурын бүләк итте, Өләш, тиеп, нурһыҙ күңелгә. Көнбағыштай көнгә баҡты күңелем... Миләүшә Ҡыҙрасова