

Велоуҙыш Ағиҙел буйының Дуҫлыҡ Монументы тәңгәленән башланып, "Ватан" этнопаркы янына тиклем арауыҡта билдәләнгәйне. Министр менән бергә "Росздравнадзор" етәксеһе Алла Самойлова, БР Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелин, Өфө ҡалаһы мэры Ратмир Мәүлиев та йөрөнө.
Әйткәндәй, бөгөн Рәсәйҙә беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеүҙе үҫтереү темаһына арналған кәңәшмә була.
Фото: "Башинформ"