

Бөгөн республикала урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе көтөлә. Яуым – төшөм ваҡытында уртаса ел йүнәлеше төньяҡ, төньяҡ – көнсығыштан. Көндөҙ һауа температураһы +25°, +30°.
Шишәмбе, 8 августа, һауа торошо шулай уҡ һаҡланасаҡ. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе фаразлана. Төндә һауа температураһы +13°, +18°, көндөҙ +25°, +30°.
Фото: Т. Аманов