Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Август 2023, 10:00

Әбйәлил районының талантлы уҡытыусыһы Нәрисә Уйылданова ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:  

Әбйәлил районының талантлы уҡытыусыһы Нәрисә Уйылданова ижадынан бер шәлкемӘбйәлил районының талантлы уҡытыусыһы Нәрисә Уйылданова ижадынан бер шәлкем
Әбйәлил районының талантлы уҡытыусыһы Нәрисә Уйылданова ижадынан бер шәлкем

Нәрисә УЙЫЛДАНОВА – 1973 йылдың 13 мартында Ишҡол ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын тамамлай. Рауил башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы. Тормош иптәше Тәлғәт менән дүрт бала тәрбиәләй. Шиғырҙары, әкиәттәре, хикәйәләре республика баҫмаларында даими донъя күрә.

 

Саф хистәрҙән генә үрелгән...
Айлы төндә сығып күккә баҡтым,
Серле йондоҙҙарға күҙ аттым,
Йыһан серҙәренә,ҡөҙрәтенә,
Иҫ-аҡылым китеп, шаҡ ҡаттым…

Нурлы бер илаһи серле епте
Эй,Хоҙайым бүләк иттеме?..
Илаһи ла күктең мөғжизәһе
Күңел түрҙәремә үттеме?..

Шул нурҙан яралған нескә епте
Ҡулдарыма алып сираттым,
Йомарлаған ап-ап йомғағымды
Биҙәк һала-һала тағаттым.

Биҙәктәрҙән ҡойған нағышымды
Кешеләргә илттем кистәрен,
Хоҙай ҡөҙрәтенән ебәрелгән,
Нурлы ептән тыуған хистәрем.

Әлдә Хоҙай шәлкем-шәлкем нурын
Бирә ептәй нескә күңелгә,
Шул моңдарҙан тыуа шиғырҙарым,
Биҙәктәргә генә төрөнгән…
…Саф хистәрҙән генә үрелгән…

 

*   *   *

Һағындым мин тыуған ерҙең еҫен,
Хатта һулап туймаҫ һауаһын,
Йомолоп та барған күҙкәйҙәрем
Асылырҙар, туйһа танһығым...

Ҡошсоҡтары талпынышып ҡына,
Һөйләр кеүек һайрап хәбәрен,
Әйтер төҫлө, сит-яҡтарҙа оҙаҡ
Нисек кенә йәнең түҙәлер…

Йылға буйындағы тал-тирәктәр
Шыбырлашып серен һөйләрҙәр,
Сылтыр-сылтыр ғына шишмә моңо
Күңел һағыштарын имләрҙәр.

Тау итәктәр тулы емеш-еләк:
Сейә, еләк, муйыл, бөрлөгән…
Был тиклем дә генә һағынырҙы
Кем уйлаған инде, кем белгән…

…Эй, тыуған яҡ, атам, әсәм кеүек
Ҡәҙерлеһең, танһыҡ, ҡөҙрәтле!..
Ғәзиз ерем, һине һағынырҙай
Үҙең бирҙең тоғро йөрәкте…
Һағыныуым өҙә үҙәкте…

 

Тарих һаҡлай һәр бер тауы
Ғорур тауҙар ышығында
Һаҡланып ел-дауылдан,
Рауил тигән матур ауыл
Балҡый әллә ҡайҙарҙан.
Тарих һаҡлай һәр бер тауы,
Бәләғаҙа, Алатай...
Ирек даулап, йән аямай
Һуғышҡандыр олатай...
Төрлө сәскәгә күмелеп ,
Балҡып ята туғайҙар,
Сейә, еләк, баланына
Ҡарап күҙҙәр ҡамашыр.
Ҡыҙыл буйы йәшел сирәм,
Ярҙарын биҙәй ағас,
Тал-тирәктә ҡанатланып
Һайрай таңда һандуғас.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас