

Гөлфирә ҒӘЛИНА 1980 йылдың сентябрендә Үзбәк ауылында тыуған. Салауат педагогия колледжында уҡый. Хеҙмәт юлын 2000 йылда башлай. Шул уҡ йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһына ситтән тороп уҡырға инә. 23 йыл ғүмерен балаларға бағышлаған уҡытыусы бөгөн дә Фәрүәт Яҡупов исемендәге Бурлы урта мәктәбендә башланғыс кластарға белем бирә. Өс ул үҫтерә. Әҙәбиәткә һәләт һәм һөйөү нәҫелдән килә: атаһы Фәрғәт Ғәлин районда шағир һәм журналист булараҡ танылыу яулаған шәхес ине.
Атайыма
Бөгөн төштә һине күрҙем, атай,
Эй, һөйләнең миңә хәлдәрең.
Барыһын да түкмәй-сәсмәй генә
Мин һөйләнем һиңә серҙәрем:
Тиҙҙән инде бесән башлана...
Улым ҡайта әрме сафынан...
Еләк бешә Ҡауаҡ башында...
Сыйырсыҡтар бала сығарған....
Бына шулай төштә генә күрәм,
Өндә булмай хәҙер осрашып.
Һағындым бит, атай, бик һағындым,
Үткәндәрҙе булмай ҡайтарып.
* * *
Килдем әле, атай, ҡәбереңә,
Тыуған көнөң менән ҡотларға.
Аҡ буранлы февраль айында
Тыуғанһың һин яҡты донъяға.
Тик тормоштоң бит үҙ ҡанундары,
Иртә киттең беҙҙе ҡалдырып.
Өйҙә түгел, хәҙер ҡәбереңдә
Йыйылабыҙ һине һағынып.
Беҙҙең хәлдәр былай, шөкөр тимен,
Ейәндәрең тыуа, ҙурая.
Тик һин генә яныбыҙҙа юҡһың,
Һағыныуҙан күңел һарғая.
Иҫләйһеңме, атай, ауыр саҡта,
Гелән булдың минең янымда.
Йәйәү йөрөтмәнең, килеп алдың,
Алып барҙың кәрәк сағында.
Хәҙер үҙемдең дә машинам бар.
Ҡайҙа барһам- рүлдә мин үҙем.
Һине генә йөрөтә алманым бииит...
Йөрәк әрней, өҙөлә үҙәгем...
Эх, атайым, нигә иртә киттең,
Алда тора ине ҙур эштәр...
Яҙылмайса күпме шиғырың ҡалды,
Юмореска, бик күп мәҡәлдәр...
Ҡәбереңә килдем әле, атай,
Тыуған көнөң менән ҡотларға.
Бар теләгем- тыныс ҡына йоҡла,
Йәнкәйҙәрең булһын ожмахта.
* * *
Фәҡәт һиндә генә беҙҙең уйҙар,
Фәрештәләр һине һаҡлаһын.
Фани донъяларҙан иртә киттең
Фәһемле лә ине һәр һүҙең.
Әйтелмәйсә күпме һүҙҙәр ҡалды...
Әрней йөрәк, тама күҙ йәше.
Әйткән һәр кәңәшең хәтерләйбеҙ,
Әле лә һин иң ҡәҙерле кеше.
Рәхмәт, атай, ғүмер биргән өсөн,
Рәхмәтлебеҙ һинле һәр көнгә.
Рәсемеңдән генә йылмаяһың,
Рухың изге булыр һәр кемгә.
Ғәйәт көслө кеше инең дә бит,
Ғүмеркәйең булды бик ҡыҫҡа.
Ғәзиз кешебеҙ һин, рәхмәт һиңә,
Ғәҙел булдың һәр саҡ тормошта.
Әгәр иҫән булһаң бөгөн дә һин
Әйтер инең изге теләктәр.
Әллә нигә шулай ашығып киттең,
Әрнеп ҡалдыҡ, өҙөлә үҙәктәр.
Таңдар бында тыныс ата, тинең,
Тик таңдарың иртә һүрелде.
Төштәремә инеп йыуатһаң да
Ташлап китеүең өтә күңелде.