

Ҡарбуздың йомшағы 80 процент һыуҙан тора. Ҡалғаны глюкоза, фруктоза, мальтоза, клетчатка һәм пектин матдәһе. Унда В1, В2, С, РР витаминдары күп. Бынан тыш күп кенә микроэлементтарға ла бай. Бына шундай составы уны файҙалы итә лә инде. Ә клетчатка эсәктәрҙе таҙарта, шлактарҙы, токсиндарҙы сығара.
Ҡарбуздың холестеринды сығарыу үҙенсәлеге лә бар. Шуға уны атеросклероз, юғары ҡан баҫымы ауырыуҙары булғанда ҡулланырға кәңәш итәләр. Ул бынамын тигән бәүел ҡыуҙырғыс. Организмдан артыҡ кальций тоҙҙарын сығара, подагра, артрит сирҙәрен еңергә ярҙам итә.
Был еләктең (эйе, ҡарбуз ул -еләк) бәүел сығарыу системаһын төрлө ауырыуҙарҙан: цистит, нефрит, пиелонефрит, бөйөрҙә таштар булғандан шифаһы бар. Тик бәүелдә фосфат булһа, ҡарбузды самалап ашарға кәрәк.
Фруктоза күп булғанға, ҡарбузды шәкәр менән ауырыусы кешеләргә лә ашарға кәңәш итәләр. Бауыр, ҡан тамырҙары насар эшләгәнгә күрә аяҡтар шешһә ҡарбуз ярҙам итә - ул организмды артыҡ шыйыҡлыҡтан арындыра. Шулай уҡ үт ҡыуығында, бауырҙа таш булған кешеләргә лә шифа бирәсәк.
Ҡарбуздың орлоғо ла шифалы- эсәктәге ҡорттарҙы (глисты) сығара. Бының өсөн орлоҡто киптереп, порошок хәленә килгәнсе төйөргә. 1 ҡалаҡ был порошокты 24 ҡалаҡ ҡайнаған һыу менән болғаталар. Был ҡатнашманы ике сәғәт һайын 3-әр ҡалаҡ эсергә.
Ә эсәктәр елһенгәндә ҡарбуздың ҡабығы ярҙам итә. Ҡабыҡты киптереп, төйөп ҡуйырға ла, ауырыған мәлдә ҡулланырға була. Бының өсөн ашар алдынан көнөнә ике тапҡыр 1-әр ҡалаҡ ҡабып, һыу менән йотоп ҡуйырға кәрәк.