Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Август 2023, 18:45

Өфөлә иҫерек әсә яңылыш сабыйын үлтергән

Фажиғә төнөндә ирле-ҡатынлы алкоголле эсемлек эсә.

Өфөлә иҫерек әсә  яңылыш сабыйын үлтергәнӨфөлә иҫерек әсә  яңылыш сабыйын үлтергән
Өфөлә иҫерек әсә яңылыш сабыйын үлтергән

Бер аҙҙан уларға күршеһе ҡушыла, уға ир ҡатынын көнләшә һәм һуғыша башлай. Боласыны полиция бүлегенә алып китәләр.

Әсә кеше илаған балаһын үҙе менән алып йоҡларға ята. Әммә иртән сабыйҙың йөҙтүбән ятыуын һәм тын алмауын күрә. Шул ваҡыт полициянан ире ҡайтып инә -ул "Ашығыс ярҙам" саҡыра, әммә килгән табиптарға баланың үлемен теркәү генә ҡала.

Тикшереү ваҡытында ҡатын булған хәлгә ныҡ үкенеүен белдергән. Уның әйтеүенсә, улар ватылған диванда йоҡлай, шуға күрә төндә сабыйҙың соҡорға тәгәрәп төшөүен һиҙмәй, һәм уны үҙ кәүҙәһе менән ҡыҫа. Ҡатынға "Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кешене үлемгә дусар итеү" статьяһы буйынса хөкөм ҡарары сығарыла. Уны шартлы рәүештә бер йылға иркенән мәхрүм итәләр.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас