Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Августа 2023, 18:35

Бер ир кәмәнән ҡолап төшөп йәрәхәтләнгән

Бүздәк районында Яңы Ҡаңлы күлендә кәмәлә ял итеү фажиғәгә әйләнә яҙа.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бер ир кәмәнән ҡолап төшөп йәрәхәтләнгәнБер ир кәмәнән ҡолап төшөп йәрәхәтләнгән
Бер ир кәмәнән ҡолап төшөп йәрәхәтләнгән

1987 йылғы ир моторлы резина кәмәлә йөрөргә була. Бер мәл һаҡһыҙлыҡ арҡаһында хәрәкәт ваҡытында ул борттан ҡолап төшә. Ир йығылғанда мотор винтына бәрелеп, башын йәрәхәтләй.

Шуға ҡарамаҫтан, ул үҙаллы ярға барып етә ала.
Әле зыян күреүсе дауаханала ята. Уның хәле ҡәнәғәтләнерлек, ти табиптар.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова