Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Август 2023, 17:30

Август- ташҡабаҡ айы

Иғтибарығыҙға тағы ла бер тәмле ризыҡ рецебы.  

Август- ташҡабаҡ айыАвгуст- ташҡабаҡ айы
Август- ташҡабаҡ айы

Ит менән ташҡабаҡ запеканкаһы

Запеканка бешәсәк һауыттың төбөн, ситтәрен ныҡлап майларға. 

1,2 кг ташҡабаҡты эре ҡырғыс аша үткәрергә лә, тоҙ менән бутап, һутын һығып сығарырға. Таба төбөнә ташҡабаҡ массаһының яртыһын һалып, тигеҙләп сығырға.

3 һуғанды артыҡ ваҡ итмәй генә турап, үҫемлек майында ҡыҙҙырырға. Уға 400 г ит фаршы, самалап тоҙ, борос һәм 2 ҡалаҡ томат пастаһы һалып, 7 минут ҡыҙҙырырға. Был итте табалағы ҡабаҡ өҫтөнә тигеҙ генә итеп йәйеп һалырға. Ит өҫтөнә ҡалған ташҡабаҡ массаһын һалырға. 7 помидорҙы түңәрәләп ҡырҡҡас, запеканка өҫтөнә теҙеп һалырға һәм 4 йомортҡа менән туғылған 150 г ҡаймаҡты ҡойорға.

Запеканканы 180 градус эҫелектәге мейестә 20 минут бешергәс, ҡырғыс аша үткәрелгән 100 г ҡаты сыр һибергә. Тағы ла 10 - 15 минут бешерәһең.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас