

Уҡытыусы, методист, ғалим, яҙыусы, дәреслектәр авторы, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Земфира Ғизитдин ҡыҙы Сәхипованың тормошона һәм ижадына арналған "түңәрәк өҫтәл" ойошторолдо.
Йөкмәткеле сығыштар, шиғыр-йыр менән үрелеп барған сарала яҙыусылар, журналистар, ғалимдар, уҡытыусылар ҡатнашты. Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташыбыҙ ижадына арналған күркәм сараны республиканың Милли әҙәбиәт музейы ойошторҙо.