Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Август 2023, 14:00

Һуғыш ветераны вафат булды...

Учалы районында йәшәүсе Наил Фәттәхов лайыҡлы тормош юлы үткән яугир ине.  

Һуғыш ветераны вафат булды...Һуғыш ветераны вафат булды...
Һуғыш ветераны вафат булды...

Наил Зәкир улы 1926 йылдың 1 июнендә Илсе ауылында тыуған. 7-се класты тамамлағас, колхозда хеҙмәт юлын башлай. 1943 йылда 17 йәшлек егетте Бөйөк Ватан һуғышына саҡыралар. Белоруссияны һәм Латвияны азат итеүҙә ҡатнаша, ике тапҡыр яралана.

Һуғыштан һуң 36 йыл комбайнсы булып эшләй. Тырыш хеҙмәте өсөн ул "Башҡортостандың атҡаҙанған механизаторы" тигән юғары наградаға лайыҡ була.

Бәхил бул, һуғыш ветераны. Бөйөк еңеү өсөн һеҙгә рәхмәтлебеҙ...

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас