Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Август 2023, 15:34

Себендән ҡотолоп буламы?

Химияның кешегә лә зыяны күп. Шуға күрә әйҙәгеҙ, тәбиғи ысулдарҙы барлап ҡарайыҡ.  

Себендән ҡотолоп буламы?Себендән ҡотолоп буламы?
Себендән ҡотолоп буламы?

Ҡәнәфер менән лимон
Себен ҡәнәфер еҫен яратмай. Ә инде уны лимон менән байытһаң, көслө тәбиғи репеллент килеп сыға. Бының өсөн лимонды урталай ҡырҡабыҙ ҙа, эсенә ҡәнәфер орлоҡтарын тығып сығабыҙ. Һәм бер нисә урынға һалабыҙ. 

 

Алма һеркәһе
Ике сынаяҡ алма һеркәһе, аш ҡалағы һауыт-һаба йыуа торған шыйыҡса, керамик һауыт, пленка, теш таяғы кәрәк була. Банкаға алма һеркәһен, һауыт-һаба өсөн шыйыҡсаны ҡушып, пленка менән ҡаплайбыҙ ҙа, бер аҙ ваҡыт ултыртып торабыҙ. Унан теш таяҡтары менән тишкеләп сығабыҙ. Әҙер ҡатнашманы өйгә йә урамда себен күпләп йыйылған урынға ултыртабыҙ.


Лавандалы эфир майы
Бер нисә тамсы майҙы губкаға тамыҙабыҙ ҙа, ҡап эсенә һалып ҡуябыҙ. Ҡапҡасын ныҡлап ябып, төнгөлөккә шулай ҡалдырабыҙ. Иртән асып, себендән ҡотолорға теләгән урындарға ултыртабыҙ.

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас