

3 август көндө буласаҡ депо урынында- Ишембай районының Һайран ауылында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров ҡатнашлығында беренсе күсмә ултырыш үтте.
Бында 2020 йылдан алып янғын һүндереү бүлексәһе эшләй. Ул яҡын-тирәләге 12 ауылды хеҙмәтләндерә, биш меңгә яҡын кешегә янғын хәүефһеҙлеген булдыра. Проект планына ярашлы, яңы янғын-ҡотҡарыу депоһы эргәһендә спорт майҙансығы, уҡыу-уҡытыу үҙәге төҙөү ҙә ҡаралған.
Яңы объект сафҡа индерелгәндән һуң, Һайранда ҡулланылған модулле янғын һүндереү ангары Ейәнсура районының Иҙелбәк ауылына ебәреләсәк.