

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры йәш ижадсы Заһиҙә Мусинаның повесы буйынса “Килен” спектаклен сәхнәләштерә. Мелодраманы режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирғәт Ғарипов сығара, инсценировка авторы - Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зөһрә Бураҡаева. Шулай уҡ спектакль өҫтөндә рәссам Алина Нуриманова, хореограф Сулпан Асҡарова, композитор Шәүрә Сәғитова, яҡтылыҡ буйынса Рәссам Александр Рязанцев эшләй.
Ролдәрҙе халыҡ артистары Сара Буранбаева, Эльвира Юнысова, Гүзәл Маликова, Гөлфиә Рафиҡова, Ирек Булатов, йәш актерҙар Лилиә Ғәлина, Лилиә Сәғитова, Айым Сөләймәнова, Айһылыу Йомағолова, Морат Рафиҡов, Айҙар Шәмсетдинов, Айнур Ғәбитов уйнаясаҡ.
Әйткәндәй, театрҙа ижад миҙгеле октябрь айында ғына асылһа ла, тамашасылар 23 августа Хәбибулла Ибраһимовтың "Еҙнәкәй" комедияһын ҡарай аласаҡ. Шулай уҡ сентябрь айында ла спектаклдәр ҡуйыла.