***
Кеше өсөн күп кәрәкмәй, Юғалтыуҙар,табыуҙар, Торомош тәмен белер өсөн, Ҡыуаныуҙар,яныуҙар... Кеше өсөн күп кәрәкмәй, Алға әйҙәгән юлдар, Йәтимлекте белмәҫ өсөн, Әсәй үҫтергән йылдар... Кеше өсөн күп кәрәкмәй, Йәшлектең хыял күле, Йәшен һуңынан-һиллектәй, Ғүмер йомғағы- үлем.... Кеше өсөн күп кәрәкмәй, Таң атыуы-шым ғына, Ерҙә тыныслыҡ теләгән, Кеше уйы-шул ғына... Иң ҡәҙерлеһе түгелдер- Мораҙыңа етеүе, Күңел өсөн ҡәҙелелер, Өйҙә кемдеңдер көтөүе.....
Зоя Йәрмөхәмәтөва