Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Август 2023, 14:05

Республикала 8977 кеше талпандан зыян күргән

Миҙгел башынан алып 8 977 кеше, шул иҫәптән 3 135 бала талпан ҡаҙалыу буйынса медицина ойошмаһына мөрәжәғәт иткән.

Республикала 8977 кеше талпандан зыян күргәнРеспубликала 8977 кеше талпандан зыян күргән
Республикала 8977 кеше талпандан зыян күргән

Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы хәбәр итеүенсә, мөрәжәғәттәр һаны уҙған йылдың ошо уҡ осоро кимәлендә һаҡлана.

Был йылда 13 инфекцион талпан боррелиозы һәм ете талпан вируслы энцефалиты осрағы теркәлгән.

Талпан инфекциялары буйынса хәл Роспотребнадзор контролендә ҡала.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас