Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Август 2023, 04:15

Кем иң оҫта ашнаҡсы булыр?

Өфөлә төбәк-ара Кулинарҙар чемпионаты үтә. Татарстан, Ырымбур өлкәһе, Сыуашстан һәм Удмуртиянан киләсәктәр.

Кем иң оҫта ашнаҡсы булыр?Кем иң оҫта ашнаҡсы булыр?
Кем иң оҫта ашнаҡсы булыр?

«Gastro Master» тип атала был ярыш. Был йылдың темаһы: «Локальный продукт России». Ҡатнашыусылар традицион рецептарҙы, урындағы аш-һыуҙы ҡулланып, заманса ресторан талаптары өсөн ризыҡ әҙерләргә тейеш.

«Арт-класс» номинацияһында кондитер һәм кулинар шедеврҙарын күрәсәкбеҙ.

Эшлекле программа һәм кулинар батлл күҙалланған.

Сараны үткәреү ваҡыты һәм урыны: Өфө ҡалаһы, "Торатау" Конгресс-холы, 23 һәм 24 августа.

Фото: Город Уфа (vk.com)

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас