Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Август 2023, 10:00

Мәғариф ветераны Франгил Ғәлиев ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:  

Мәғариф ветераны Франгил Ғәлиев ижадынан бер шәлкемМәғариф ветераны Франгил Ғәлиев ижадынан бер шәлкем
Мәғариф ветераны Франгил Ғәлиев ижадынан бер шәлкем

Франгил ҒӘЛИЕВ 1959 йылдың 24 майында Салауат районының  Лағыр ауылында тыуған. Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, Стәрлетамаҡ физкультура техникумына уҡырға инә. 1983йылдан Лағыр урта мәктәбендә физкультура һәм военрук булып эшләй. Мәғариф ветераны, әлеге ваҡытта Межгорье ҡалаһында йәшәй, хаҡлы ялда.

 

Уҡытыусыма
Уҡытыусым, бөйөклөгөң данлап,
Яҙһам әгәр йырҙар, шиғырҙар,
Шулар ғына минең күңелемә,
Йөрәгемә шифа булырҙар.

Уҡытыусы миңә өлгө булды,
Маҡсаттарға юлдар ярыусы.
Балаларға юл яҡтыртыусы,
Алға ғына әйҙәп барыусы.

Шағир түгелмен, әммә ләкин,
Һеҙгә булған ҡайнар мөхәббәт
Күңелемә һис бер тынғы бирмәй,
Әйтмәһәм һеҙгә мең-мең рәхмәт.

 

БАЛАҠАЙЫМА
Бала, балам, балаҡайым минең,
Һин бит минең бәхет емеше...
Һин булғанға бит, беҙ ҙә бәхетле.
Донъябыҙ бөтөн, алтын тәхетле.

Бала, балам, балаҡайым минең,
Атай - әсәле бәхетле сағың.
Һиңә һоҡланып мин ултырам,
Булды микән тип, шундай сағым.

Бала, балам, балаҡайым минең,
Үтер бер саҡ һинең бала саҡ.
Һиңә әйтәм, тыңла атаңды,
Донья ҡатмарлы, һиҙгер бул һәр саҡ.

Бала, балам, балаҡайым минең,
Кеше булып тыуғас һин донъяға,
Үлмәҫ эштәр ҡалдыр һин артыңда,
Ҡыҙыллыҡ килтермә әсәй - атайға.

 

ЯБАЙ СӘСКӘ
Эҙләмәйҽм сағыу сәскәләрҙҽ,
Уларҙы бит ҡырау тиҙ ала.
Шиңә, һулый матур сәскәләр,
Һәм төҫтәрҽ бик тиҙ уңала.
Юлдарымда сағыу сәскәләр,
Осраһа ла өҙмәй үтәмҽн.
Аҡ сәскәләй ябай сәскәнҽң
Табылырын бары көтәмҽн.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас