Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Август 2023, 18:15

Көн торошо боҙола

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығыреспубликала йәшәүселәрҙе һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртә.

Көн торошо боҙолаКөн торошо боҙола
Көн торошо боҙола

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 4 августа көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе көтөлә.

Ел төндә талғын, көндөҙ төньяҡ-көнбайыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +13, +18°, таулы райондарҙа +8°, көндөҙ +25, +30°.
Юлдарҙың айырым участкаларында төндә һәм иртән томан төшөүе һәм күреү мөмкинлегенең 500 метрҙан һәм унан да кәмерәк булыуы фаразлана.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас