

Былтыр ғаилә башлығы тәүгеләрҙең береһе булып Миңлеғәле Шайморатов исемендәге беренсе башҡорт ирекле батальонына яҙылған. Шул ваҡыттан бирле ул бер тапҡыр ғына отпускыға ҡайтып, туғандары менән күрешкән.
Республика етәксеһе Донбассҡа сәфәрендә яугирға уның ата-әсәһе, ҡатыны һәм балаларының хәлен белешергә вәғәҙә биргән. Әлеге осрашыуҙан һуң бер нисә көн үткәс тә Радий Хәбиров Благовещенға юлланды.
Хәрбиҙең ғаиләһендә өс бала. Радий Хәбиров ғаиләгә ниндәй ярҙам кәрәклеген белеште, һәр саҡ иғтибарҙа буласаҡтарын белдерҙе.
– Мин уға һеҙгә килергә вәғәҙә иткәйнем. Улығыҙ һәм атайығыҙҙың барыһы ла яҡшы. Уны батальонда ихтирам итәләр. Мин уға Шайморатов миҙалын тапшырҙым, - тине республика етәксеһе.
Яугир ҡатыны Радий Фәрит улына иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм үҙ ҡулдары менән яһаған бүләкте — Еңеү символын тапшырҙы.
Фото: БР башлығы сайтынан.