Сәүиә ЗАКИРОВА 1965 йылда Ғәбдөк ауылында тыуған. Белорет педагогия училещеһын тамамлап, хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһында тәрбиәсе булып башлай. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында белем ала. 1986 йылдан тыуған ауылында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта, хеҙмәт ветераны. "Изге теләктәрем" китабы авторы.
Мин – уҡытыусы
Иртә һайын мәктәбемә
Ашҡынып барам.
Көтә унда балаларым,
Эшем – бар донъям.
Инәм класҡа, өмөт менән
Текәлгән күҙҙәр.
Ул ҡарашта ышаныс һәм
Ҡыуаныс күрәм.
Һәр бер дәрес – үҙе байрам
Бала күңелендә.
Китап-дәфтәр, карталарҙан
Сүпләй ғилемдәр.
Хыял караптары менән
Диңгеҙ йөҙәләр,
Аҡбуҙатҡа йүгән һалып,
Йыһан гиҙәләр.
Һәр бер дәрес сәйәхәт ул,
Ғилем иленә.
Тырышалар артылырға
Фәндәр үренә.
Психолог та, философ та,
Бейеүсе, йырсы,
Бөтә һөнәрҙәр ҙә һыя,
Бер һүҙ – Уҡытыусы.
Уҡытыусы – изге һөнәр
Быуын-быуынға.
Халҡым мираҫын еткерәм,
Яңы быуынға.
Эш өсөн иң юғары бүләк—
Үҫтергән шәхес.
Яратып балаларымды
Мин бирәм дәрес.
Үҙ яйыма көйләйем
Китеп барам һөйрәтеп
Тормош тигән арбамды,
Үҙ көйҙәремде көйләйем,
Белеп кенә самамды.
Кешенекенә ултырып,
Ят көйҙәрҙе көйләмәм.
Нисек булһа ла үҙ арбам
Барлығына һөйөнәм.
Һикәлтәләр аша үтһәм,
Тырышам аунамаҫҡа.
Үткел-батҡыл урындарҙа
Яйын табам батмаҫҡа.
Яйлап алға тәгәрләйҙәр,
Ғүмер тәгәрмәстәрем.
Берәм-һәрәм уҙа барам
Тормош мәшәҡәттәрен.
Йондоҙҙарға үрелмәйем,
Ҡул етмәҫтер күктәргә,
Булғанына шөкөр итәм,
Ышанам өмөттәргә.
Тыныс ҡына ,һәүетемсә
Үҙ һуҡмағымды үтәм.
Үҙемдең көйҙө көйләйем,
Кәрәкмәй миңә бүтән.
Мунсаҡ
Мәрйен теҙәм тилбер генә,
Күңелле төҫтәр һайлап.
Төҫһөҙҙәрен,йәмһеҙҙәрен
Ҡалдыра киләм яйлап.
Йәтеш кенә мунсаҡ булып
Теҙелә төймәләрем,
Камил матурлыҡҡа бағып,
Ҡыуаналар күҙҙәрем.
Мәрйен-хәтирәләр менән
Теҙәм ғүмер мунсағын.
Хәсрәтлеһен ситкә ҡуям,
Иҫләйем яҡшырағын.
Әйҙә,ҡалһындар ҙа төшөп
Яманы-ҡотһоҙҙары,
Күҙ ҡамаштырып балҡыһын
Күңелем офоҡтары.