

Фестиваль өс көн - 2023 йылдың 11-13 авгусында буласаҡ.
1-се көн (11/08/2023)
10:00 - 18:00
Күмәк кеше ҡатнашлығындағы ярыштар (һайлап алыу турҙары)
«Ирәндек мәргәне» ат спорты ярышы;
«Ауҙарыш» ат спорты ярышы;
«Ылаҡ уйыны» ат спорты уйыны;
«Таш күтәреү» конкурсы.
19:00 - 21:00
Башҡорт эстрадаһы артистарының сығышы.
«Атлы башҡорт - ҡанатлы ҡош» концерт программаһы.
2-се көн (12/08/2023)
8:00 - 15:00
Күргәҙмәләр, экспозициялар эше һәм конкурстар үткәреү.
Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәрҙең күргәҙмә-йәрминкәһе.
«Оҫталар ҡалаһы» халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре оҫталарының күргәҙмәләре.
Башҡортостан Республикаһының «Башҡорт аты тарихы» милли музейы күргәҙмәһе.
Баймаҡ районы үҙешмәкәр коллективтары һәм сәнғәт оҫталары концерты.
Шор изделиеларын эшләү буйынса конкурс.
Тимерселек эштәре оҫталары конкурсы.
Вальтрап етештереү буйынса оҫталар конкурсы - «Сергетыш».
Асыҡ һауала төшөрөлгән һүрәттәр конкурсы.
«Башҡорт тоҡомло аттарҙың иң яҡшы вәкиле» конкурсы.
«Аттар парадының иң яҡшы атлыһы (командаһы)» конкурсы.
Рәссамдарҙың тәбиғәттә ғәмәли эше.
«Ҡымыҙфест» майҙансығы - ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы.
Интерактив программа һәм Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрынан спектакль (бәләкәй сәхнә).
🕘10:00 - 12:00
Эшлекле программа
II Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы
«Йылҡы үрсетеү һәм йылҡысылыҡ продукцияһын эшкәртеү мәсьәләләре»
🕘12:00 - 12:10
Фестивалде рәсми асыу тантанаһы
🕘12:10 - 12:20
«Башҡорт аты - милләт ҡото» ҙур музыкаль-хореографик спорт тамашаһы һәм джигитовка
🕘12:11 - 12:25
Ат парады
🕘12:25 - 16:00
Спорт ярыштары
«Ирәндек мәргәне» күрһәҙмә сығышы.
«Ауҙарыш» ат-спорт ярышы финалы.
«Ҡымыҙлы саҡырым» йүгереше.
«Ылаҡ уйыны» ат спорты уйынының финалы.
Балалар өсөн милли уйындар һәм эстафеталар.
Халыҡ-ара физкультура-спорт уйындары:
- «Бәйге» башҡорт күпбәйгеһе буйынса,
- «Таш күтәреү»,
- «Көрәш»,
- «Суҡмар ырғытыу»,
- «Таяҡ тартыу»,
- «Халыҡ көс экстримы».
«Менгән атым - уң ҡанатым» - ат сабышы финалы.
«Тай-тулак» ат-спорт ярышы.
🕘14:00 - 16:00
Эшлекле программа
«Башҡорт аты» ғилми-тикшеренеү институтының попечителлек советы ултырышы
🕘16:00 - 16:30
Ат спорты ярыштарының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы.
Сығанаҡ: ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ (vk.com)