***
“Кемгә кәрәк ташландыҡ был өйҙәр,Йәшәмәгәс унда бер кем дә?”Юҡ, ул кәрәк, сөнки баласаҡтыңҺәр миҙгеле беҙҙең хәтерҙә...Ҡартайғас та, бигерәк кәрәк икән,Дегәнәк баҫҡан ауыл урамы...Өйөң емерелеп, ишелеп, юғалһа ла,Бик тә кәрәк икән нигеҙе...Юҡҡамы ни, ситтә оҙак йылдар,Ҡайтмай йөрөгәндәр ауылға,Олоғайғас сал сәстәрен эйеп,Күҙ йәштәрен түгә нигеҙгә...Иҫкә төшә, ялан аяҡ сапҡан,Гөрләп торған ошо урамдар...Ярҙан һикереп һыуға сумған саҡтар,Бесән сапҡан йәмле яландар...Иҫтә мейестән сыҡҡан икмәк еҫе,Әсәйҙәрҙең йомшаҡ ҡулдары...Атай менән, атҡа арба егеп,Урмандарҙан йырлап ҡайтыуы...Ташландыҡ был өйҙәр, йәтим бала кеүек,Ғәйепле беҙ быға үҙебеҙ...Йылдар үткәс, ҡайтып, әрәмәнән,Туған йорттоң эҙен эҙләйбеҙ...Тарта ауыл, тарта туған ерең,Булһаң да һин ҡала кешеһе...Ауыл зыяратына ҡайтып ята,Сит ерҙәрҙә йөрөгән күбеһе...Фәриҙә Ғимаева.