Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Июля 2023, 10:00

Әбйәлил районының талантлы уҡытыусыһы Айгөл Муллағәләмова ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:  

Добавить в предпочтительные источники Google
Әбйәлил районының талантлы уҡытыусыһы Айгөл Муллағәләмова ижадынан бер шәлкемӘбйәлил районының талантлы уҡытыусыһы Айгөл Муллағәләмова ижадынан бер шәлкем
Әбйәлил районының талантлы уҡытыусыһы Айгөл Муллағәләмова ижадынан бер шәлкем

Айгөл МУЛЛАҒӘЛӘМОВА – Хәмит ауылынан. Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлап, хеҙмәт юлын Белорет районының Бирҙеғол ауылында башлай. Хәҙерге ваҡытта Межгорье ҡалаһында йәшәй. Биш бала әсәһе. “Йәшәү сәме” тигән шиғри йыйынтыҡ авторы.

 

* * *
Мөхәббәттә иреп юғалма һин,
Урын ҡалдырмайса үҙеңә.
Йәнең,йөрәгеңде бүлгеләмә,
Тормош яҙыр һырҙар йөҙөңә.
Күңел серең өсөн мөйөш булһын,
Үҙ асманың.Инмәҫлек бер кем.
Кескәй генә,йылы ғына урын,
Тойолор ҙа бер саҡ ҙур,иркен.
Йылынып та сығырлыҡ бер көн.

 

*   *   *

Ҡара төнгә ауыр...Иңбашына
Йөҙәр,меңәр төрлө уй ята.
Ысыҡ тамсыһынае тәсбих тартып,
Әл дә фәрештәләр уята.
Аҡ томандан намаҙлығын йәйеп,
Ер-Әсәбеҙ көтә аҙанды.
Доға ҡылып сабыр көтөр өсөн
Хоҙай беҙгә ниҙәр яҙғанды.

 

*   *    *

- Көсөң етер микән күтәрергә,
Йөгөм алып һалһам иңбаштан?
- Биртенмәҫме билең? Һәлмәк кенә...
(Тартышманың никтер иң баштан)
-Ҡуйсы... - тине сабырлығым тағы,
Үҙе йәнә биштәрен аҫҡан.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова