

Федераль ташламалары булған кешеләр 2023 йылдың 1 октябренә тиклем социаль хеҙмәттәр йыйылмаһынан файҙаланыу формаһын үҙгәртә ала. Йыйылмаға түбәндәгеләр инә:
- рецепт буйынса дарыуҙар һәм медицина изделиелары, инвалид балалар өсөн махсуслаштырылған дауалау аҙығы менән тәьмин итеү;
- санаторийҙа һәм курортта дауаланыуға юллама алыу;
- дауаланыу урынына тиклем һәм ҡайтыр яҡҡа ҡала яны тимер юл транспортында, шулай уҡ ҡала-ара транспортында бушлай йөрөү.
Федераль ташламалары булған кешеләр исемлегенә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтары, хәрби хәрәкәт ветерандары, инвалидтар, радиация йәки техноген һәләкәт арҡаһында зыян күргән кешеләр һәм башҡалар инә. Тулыраҡ - дәүләт социаль ярҙам тураһындағы федераль законда: https://vk.cc/cpMegj
Түбәндәге осраҡтарҙа ғариза яҙырға кәрәк:
1. социаль хеҙмәттәр йыйылмаһын аҡсалата формала алырға теләһәгеҙ һәм бынан алда тейешле ғариза тапшырмаған булһағыҙ.
2. 2024 йылда социаль хеҙмәттәр йыйылмаһынан йәки уның бер өлөшөнән файҙаланырға теләһәгеҙ, әммә быға тиклем уларҙан баш тартыу тураһында ғариза биргән булһағыҙ.
Әгәр ташламаларҙан файҙаланыу формаһын һаҡлап ҡалырға теләһәгеҙ, ғариза яҙырға кәрәкмәй.
Ғариза биреү ысулдары: Социаль фондтың сайтындағы һәм Дәүләт хеҙмәттәрендәге шәхси кабинет аша электрон төрҙә, Социаль фондтың клиенттар хеҙмәтендә йәки Күп функциялы үҙәктә. Ғариза почта аша ебәрелһә, ғариза биреүсенең ҡултамғаһын нотариус раҫларға тейеш.
Мөһим. Ташламалар һәм уларҙың аҡсалата эквиваленттары араһында һайлауға етди ҡарарға кәрәк, сөнки социаль пакеттан (йәки уның өлөштәренән) баш тартһаң, йыл дауамында унан файҙаланыу ысулын үҙгәртергә ярамай. Әгәр хеҙмәттәрҙән файҙаланыу ысулын һайлаһаң, уларҙың номиналь хаҡы сиктәрендә генә түгел, ә кәрәкле күләмдә ҡулланырға мөмкин.
Социаль хеҙмәттәр йыйылмаһынан баш тартҡандар уны үҙаллы һатып алырға тейеш. Шуға күрә, барыһын да төптән уйларға һәм табип менән кәңәшләшергә кәрәк. Бәлки, бушлай дарыуҙар аҡсалата түләүгә ҡарағанда күпкә мөһимерәк булып сығыр.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан