Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Июль 2023, 09:28

Башҡортостанда коронавирус таралыу коэффициенты 1 балл

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл-торош тотороҡло килеш ҡала.

Башҡортостанда коронавирус таралыу коэффициенты 1 баллБашҡортостанда коронавирус таралыу коэффициенты 1 балл
Башҡортостанда коронавирус таралыу коэффициенты 1 балл

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл-торош тотороҡло килеш ҡала. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин оператив кәңәшмәлә хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлектә 15 кеше ковид йоҡторған. Стационар дауаланыуҙа 56 пациент, 441 кеше өй шарттарында дауалана.

Республикала коронавирус таралыу коэффициенты 1 балл тәшкил итә, ил буйынса — 0,9 балл. Буш койка фонды – 25 процент. Шулай уҡ «Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы ғәмәлдә ҡала. Министр әйтеүенсә, «сәләмәтлек поездары» Саҡмағош, Салауат, Ҡалтасы, Бишбүләк, Мәләүез һәм Йылайыр райондарына юлға сығасаҡ.

«17 апрелдән 28 июлгә тиклем белгестәр 114 781 кешене ҡараған. Поезд бөтәһе 227 тораҡ пунктҡа барған. Өс меңдән ашыу социаль әһәмиәтле сир асыҡланған», — тип белдерҙе Айрат Рәхмәтуллин.    

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас