Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Июля 2023, 10:30

Башҡортостанда хәүефле инфекция тарала!

Һаҡ булығыҙ! 

Башҡортостанда хәүефле инфекция тарала!Башҡортостанда хәүефле инфекция тарала!
Башҡортостанда хәүефле инфекция тарала!

Башҡортостанда халыҡтың киҫкен эсәк инфекциялары, ротавирус, сальмонеллез һәм башҡа зарарлы вирустар менән сирләүе артыуы күҙәтелә. Был хаҡта Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Роспотребнадзор идаралығы етәксеһе Анна Казак белдерҙе.

«Июндә энтеровирус сире әүҙемләшә башланы. Кешеләр төркөмләп ауырый – бындай 21 осраҡ теркәлде. Уларҙың өсәүһе – сероз менингит. Бәхеткә күрә, республикала аяныслы осраҡтар теркәлмәне», - тине ул.

65 сирлелә ҡыҙылса табылған, уларҙың 46-һы балалар. Ошоға бәйле Роспотребнадзор етәксеһе прививка эшләтеүҙең мөһимлеге хаҡында һөйләне. Шулай уҡ 616 кеше сысҡан ауырыуы йоҡторған. 

 
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас