

Башҡортостанда «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү» федераль программаһы буйынса 125 тораҡ пунктта кәрәҙле элемтә станцияһы асылды. Оператив кәңәшмәлә ашҡортостандың Дәүләт идара итеүен һанлы үҫтереү министрлығы етәксеһе Геннадий Разумикин ошо хаҡта һөйләне.
Бөгөн база станциялары иң күбе Белорет, Ҡалтасы, Шаран, Асҡын һәм Ҡариҙел райондарында урынлаштырылған.
«2023 йыл аҙағына тиклем 117 кәрәҙле элемә станцияһы эшләй башлаясаҡ. Әле проект- тикшеренеү һәм төҙөлөш-монтаж эштәре алып барыла. Программа Урал аръяғы райондарында айырыуса ҙур ихтыяж менән файҙаланыла һәм йыл аҙағына тиклем 242 станция асылыр тип көтөлә», — тине Разумикин.
Ике йыл рәттән программаға ҡушылыу буйынса алдынғы урында Белорет районы килә. Геннадий Разумикин Белорет районы башлығына ошоноң өсөн рәхмәтен белдерҙе. Был эште Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та юғары баһаланы.