Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Июля 2023, 06:06

Төндә ике егет батҡан...

Бөгөн төндә Нефтекаманан 20 йәшлек өс егет Ҡарман һыуһаҡлағысында резина кәмәлә йөҙгән. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Төндә ике егет батҡан...Төндә ике егет батҡан...
Төндә ике егет батҡан...

Береһе, йөҙә белмәгәне, ишкәккә эләгеп, һыуға барып төшкән. Иптәше уның артынан сумған, әммә ҡотҡара алмай, үҙе лә батҡан...

Кәмә хужаһы ярға сығып, ҡотҡарыусыларға шылтыратҡан. Унан әле, фажиғә сәбәптәрен асыҡлап, һорау алалар. Ике егеттең кәүҙәһен водолаздар эҙләй.

Фото: МЧС РБ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова