Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Июль 2023, 04:00

Рөстәм Нәбиев мәрхүм атаһы өсөн күп нәмәне эшләп өлгөрмәүенә үкенде

Блогер күҙ йәштәре аша мәрхүм атаһын иҫенә төшөрҙө. Ғәзиз кешеһе хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Рөстәм Нәбиев мәрхүм атаһы өсөн күп нәмәне эшләп өлгөрмәүенә үкендеРөстәм Нәбиев мәрхүм атаһы өсөн күп нәмәне эшләп өлгөрмәүенә үкенде
Рөстәм Нәбиев мәрхүм атаһы өсөн күп нәмәне эшләп өлгөрмәүенә үкенде

Рөстәм  бер популяр блогерҙың атаһына бүләк яһаған ролигын ҡарағандан һуң ныҡ хисләнеүен һәм үҙенең атаһына бүләк яһап өлгөрмәүенә үкенеүен әйтте.  

“ Был видеоны ҡарағандан һуң ирекһеҙҙән күҙ йәштәрем түгелә. Мин атайыма машина бүләк итергә хыялландым, әммә барыһын да кисектерә килдем, ниндәйҙер уңайлы мәл көттөм. Тик, ҡыҙғанысҡа күрә, өлгөрмәнем. Атайыма автомобиль бүләк итеү, тормошомдағы ҙур маҡсатым булды...  Ғәзиз кешебеҙ беҙҙе ҡарағас, үҙе теләгән әйберҙәрҙе алманы. Ул һәр ваҡыт беҙҙең өсөн, балалары өсөн борсолдо. Беҙ бер ҡасан да бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәһен тип  ҡулынан килгәндең барыһын да эшләне”, - ти Рөстәм Нәбиев.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рөстәмдең атаһы бер йыл элек гүр эйәһе булды. Яҡындары әйтеүенсә, уның үлеме  йөрәк сире менән бәйле.   

 

Фото: Т. Аманов

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас