Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Июль 2023, 10:10

Әбйәлил районының талантлы уҡытыусыһы Гүзәл Әхмәҙиева ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:  

Әбйәлил районының талантлы уҡытыусыһы Гүзәл Әхмәҙиева ижадынан бер шәлкемӘбйәлил районының талантлы уҡытыусыһы Гүзәл Әхмәҙиева ижадынан бер шәлкем
Әбйәлил районының талантлы уҡытыусыһы Гүзәл Әхмәҙиева ижадынан бер шәлкем

Гүзәл ӘХМӘҘИЕВА –1967 йылдың 1 мартында Тәпән ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология һәм журналистика факультетын тамамалап, 30 йылдан ашыу балаларға белем бирә. Ижад емештәре төрлө гәзит-журналдарҙа һәм йыйынтыҡтарҙа баҫылған.

 

Йәшәй башла яңынан
Тормош булғас, була инде
Еңеүҙәр, еңелеүҙәр..
Ҡайғы килгәндә булмаһын
Күҙ йәше түгелеүҙәр!
Күҙ йәштәрен һис сығарма,
Көлә бел ҡайғырғанда.
Абынаң да, һөрлөгәң дә
Тормош арғымағында.
Арғымаҡты ысҡындырма,
Ныҡ тотоп ал ялынан.
Дөрөҫ йәшәмәгән булһаң,
Йәшәй башла яңынан!

Ҡыҙыма
Ғәҙелһеҙлек дөрөҫлөктән
Өҫтөн була ҡай саҡ.
Өндәшмәйсә түҙеп торма,
Әйт һүҙеңде ул саҡ.
Был тормошта шатлыҡтар ҙа
Булып тора һәр саҡ.
Артыҡ шашып китмә, тиеп
Кәңәш бирәм шул саҡ.
Аңғармаҫтан ҡайғы килһә,
Бөгөлмә һин бер саҡ.
Мәңге янһын күңелеңдә
Һүнмәй торған усаҡ!

 

Нур балҡытһам ине
Ауылымдың сағыу биҙәктәре
Балҡый миңә йәйғор төҫөндә.
Һикереп уйнай ҡояш нурҙары
Көҙгө кеүек йылға өҫтөндә.
Йыр шикелле тыуған яҡтың йәме –
Тау, урмандар, алтын баҫыуҙар.
Саф шишмәнең татлы һыуын эсһәң
Юҡҡа сыға арыу-талыуҙар.
Тыуған ауылым! Һинең гүзәллегең
Илаһи моң бирә күңелгә.
Тауыңдан да бейек күтәрелеп,
Нур балҡытһам ине күгеңдә.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас