

М. Шайморатов исемендәге батальон командирының тормош иптәше Елена Радий Хәбировтың эш сәфәренә ҡарата фекерен белдерҙе.
«Ирем менән, батальон менән ғорурланыуҙан күҙҙәремә йәш эркелде. Егеттәр быға лайыҡ. «Бер сантиметрға ла артҡа сигенмәгәндәр» тигән һөйләм генә йөрәкте өтә. Улар оҙаҡ алғы һыҙыҡта булды, батырлыҡтар, юғалтыуҙар булды. Улар барыһы ла – беҙҙең геройҙар. Улыбыҙ атаһы менән ғорурлана, уның ҡаһарманлығы хаҡында дуҫтарына һәм хеҙмәттәштәренә һөйләй. Уның икенсе төбәктәге начальнигы республикабыҙ батальонына ҡушылырға ҡарар иткән. Бөтә ғаиләләр ҙә үҙҙәренең яҡындары менән ғорурлана. Барыбыҙ ҙа һалдаттарҙың ҡаһарманлығын иғтибарһыҙ ҡалдырмауы өсөн Радий Фәрит улына рәхмәтлебеҙ», - тип яҙа Елена.