Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Июля 2023, 09:57

Аяҡ шешенһә...

Бер нисә күнегеү яһап ҡотолорға була, ти белгестәр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Аяҡ шешенһә...Аяҡ шешенһә...
Аяҡ шешенһә...

«Лига подиатрии» ассоциацияһы эксперты, табип Владимир Нечаев эҫелә аяҡтар шешенеүен бөтөрөү өсөн бер нисә ысул тәҡдим итә.

Беренсеһе – аяҡтарҙы 90 градусҡа бөгөп (ултырған килеш), үксәнән – бармаҡ осона, бармаҡ осонан үксәгә 15 тапҡыр алмашлап баҫырға.

Икенсеһе – ҡул менән өҫтәлгә таянып, бер аяҡты артҡа һуҙып аяҡ ослап торорға, икенсеһен алға сығарып, үксәгә баҫырға. Ике аяҡҡа ла алмашлап эшләгеҙ.

Өсөнсөһө - “таш йыйыу” күнегеүе. Аяҡты иҙәнгә ҡуйып, бармаҡтарҙы таш (йә башҡа әйбер) эләктәргән кеүек итеп ҡыҫырға.

Автор:Алһыу Ишемғолова