

Көн эҫе булғас, ике егет һыу инергә ниәтләп, Ағиҙелгә төшкән. Ул тирәлә һыуҙан ҡом ташыйҙар икән, шуға ла ныҡ тәрән. Һыуға инеү менән бата башлағандар. Береһе саҡ йөҙөп сығып (аяғы тартышҡан), кешеләрҙе ярҙамға саҡырған. Осраҡлы ир ҡотҡарыусыларға шылтыратып, егетте ҡотҡарырға һыуға сумған, әммә уны таба алмаған...
Водолаздар егеттең кәүҙәһен дүрт метр тәрәнлектә тапҡан...
Фото: МЧС РБ.