

Мәхмүзә ШӘҒӘЛИЕВА- МЫРҘАҒӘЛИНА Белорет районының Манышты ауылында тыуған. Белорет педагоия училищеһын тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Бүздәк районына эшкә ебәрелә. 36 йыл башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләй, ситтән тороп Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Бөгөнгө көндә Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылында йәшәй, "Заһиҙә" башҡорт халыҡ фольклор ансамблендә шөғөлләнә.
Манышты
Ҡайтып барам тыуған ауылыма,
Ә исеме уның Манышты.
Шундай һағындым мин туғандарҙы,
Һәр бер танышымды һәм дуҫты.
Нисә йылдар һине күрмәгәнгә,
Тыуған ауылым минең Манышты.
Бушатайым әле һиңә ҡайтып,
Күңелемә тулған һағышты.
Һиндә тыуҙым, һиндә тәпәй баҫтым,
Еләк йыйҙым, эстем һыуҙарың.
Итәк менән селбәрәләр һөҙөп,
Иңләнем мин Манышты буйҙарын.
Үҙе бер кинәнес бирә ине
Бесән сабыуҙары болонда.
Ҙур ҡыуаныс була, әгәр һине
Торғоҙһалар кәбән башында.
Хәтирәләр донъяһына сумып,
Ҡайтып еттем бына ауылға.
Ауылым тағы матурланған, үҫкән,
Бирешмәгән елгә-дауылға.
Тыуған йортом, тыуған ауылымды
Күпме төштә күреп һаташтым.
Өндә килеп һиңә аяҡ баҫҡас,
Бар хыялым тормошҡа ашты.
Бала саҡтың иң бәхетле мәле
Һиндә үтте, ауылым Манышты.
Һине ташлап һис тә китмәҫ инем,
Үҙгәртеп тә булһа яҙмышты.
Бәпембәләр
Бәпембәләр, бәпембәләр,
Ҡояшҡай-алтынҡайҙар.
Һары таждарын балҡытып,
Күңелемде нурлайҙар.
Бәпембәләр иртән иртүк
Һары сәскәләр ата.
Кис, йәшел юрған ябынып,
Тағы йоҡларға ята.
Сүп үләне, тиеп кенә
Уны тапап үтмәгеҙ.
Кәрәкһә-кәрәкмәһә лә,
Ҡосаҡ-ҡосаҡ өҙмәгеҙ.
Бәпембәнең файҙаһы күп
Аңлаған кешеләргә.
Япраҡ, сәскә, тамыры ла
Дарыу ул сирлеләргә.
Бәпембәләр, бәпембәләр,
Күңелемдең һағышы.
Энәһеҙ-епһеҙ сигелгән
Тәбиғәттең нағышы.
Йәй килде
Көтөп алған йәй ҙә килде
Тыуып-үҫкән яғыма.
Ҡыш та матур, яҙ ҙа йәмле,
Күңел йәйҙе һағына.
Бөтә ерҙә йәшел үлән,
Хуш еҫле сәскә-гөлдәр.
Уларҙы иркәләп наҙлай
Иртәнге йылы елдәр.
Күңелдәрҙе елкендерә
Ҡоштарҙың шат тауышы.
"Сиң-сиң" иткән сиңерткәләр,
Күлдең зифа ҡамышы.
Көн буйы күктә йөҙөргә
Ҡыҙарып ҡояш сыға.
Һыу инеп, ҡомда ҡыҙына
Бер төркөм бала-саға.